Контакты Версия для слабовидящих
logo
Гусевский сельский многофункциональный клуб
МАУ КДЦ МР Абзелиловский район РБ

Часы работы:

ПН-ПТ: 09:00-18:00
Выходной: СБ,ВС

“Оҙон көй” район конкурсы

Оҙон көй – ул ҡурай һәм лирик көйҙәрҙең мөғжизәле үрелеше менән сағылған халыҡ тарихы. Башҡорт халҡының үҫеш юлында кисергән бөтә ауырлыҡтарын ошо жанрҙағы күп әҫәрҙәрҙә тойорға мөмкин.

Бөгөн Гусев күп тармаҡлы мәҙәниәт йортонда оҙон көй башҡарыусылар араһында район бәйгеһе үтте. Конкурсҡа балалар ҙа, ололар ҙа көс һынашырға йыйылған ине. Жюри ағзалары көсөргәнешле фекер алышыуҙан һуң ошолай һөҙөмтәгә килде:

  • Балалар араһында: I урын – Искакова Әлиә (Гусев ауылы), II урын – Садиҡова Самира (Гусев)
  • 16 -35 йәштәр араһында: I урын – Зәйнишев Вилдан (Хәмит)
  • 35-60 йәштәр араһында: I урын – Мәғәфүров Ласын (Үтәгән), II урын – Билалова Розалия (Ҡырҙас), III урын – Ибраһимова Эльмира (Магнитогорск ҡалаһы), Өмөтҡужин Фирғәт (Амангилде), Мөхәмәтшина Айгөл (Йәнгел)
  • 60 йәштән олораҡтар араһында: I урын – Мортазин Рафаил (Магнитогорск), II урын – Атауллин Рәүф (Ташбулат), III урын – Әсәҙуллина Гөлсәсәк (Гусев), Камалова Хәмиҙә (Һәйетҡол), Зәйтүнова Клара (Байым)
  • Профессионалдар араһында: II урын – Солтанова Лилиә (Магнитогорск), III урын – Шаһыбалов Рушан (Амангилде).

Оҙон көйҙө иң оҫта башҡарыусы һәм конкурста гран-при отоусы  Ниғмәтуллина Венера (Рысҡужа) булып сыҡты.

Бәйгеселәр диплом һәм “Техномир” көнкүреш техникаһы магазинына сертификаттар менән бүләкләнде.

Һәр ҡатнашыусыға артабан да юғары еңеүҙәр, ижади табыштар теләйбеҙ! Ошо байрамды ойошторған Гусев күп тармаҡлы мәҙәниәт йорто, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт!

                                                                     

                                                       

фоталар: https://vk.com/album-50857557_303448034